Яңылыҡтар
31 Март 2020, 16:50

Ауыл хужалығы ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ

*

Башҡортостан иҡтисадының тотороҡлолоғон арттырыу буйынса сараларға арналған онлайн-брифингтареспублика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановбыйыл төбәк ауыл эшсәндәренә һәм етештереүселәренә 9 миллиард 612 миллион һум дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителеүе тураһында белдерҙе.
- Республика бюджетында 2 миллиард 371миллион һум тура ярҙам ҡаралғайны, әле тағы ла 2 миллиард 75 миллион һум өҫтәп бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Йәғни, бөтәһе 4 миллиард 446 миллион һум, был былтырғы йыл менән сағыштырғанда 41 процентҡа күп. Федераль ярҙам саралары менән берлектә 9 912 миллион һум күләмендә булышлыҡ күрһәтеләсәк. “Росагролизинг” программаһы буйынса техника алыуҙа яҡшы ярҙам буласаҡ. Беҙҙең ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн сикләүҙәр юҡ. Лизингҡа күпме техникаға ғариза бирһәк, шунса аласаҡбыҙ. 2 миллиард һумға тиклем ғариза бирербеҙ тип уйлайым, - тине Илшат Фәзрахманов.
Ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалын алыуға бүленгән дәүләт ярҙамы ла арттырылған. Йыл башында ул 473 миллион һум күләмендә ҡаралһа, әле уға тағы ла миллиард һум өҫтәлгән. “Былтыр беҙҙең аграрийҙар алған техника өсөн субсидияны һәм быйылғы беренсе кварталды ҡаплаясаҡбыҙ”, - тип белдерҙе Илшат Илдус улы.
Быйыл минераль ашламалар алыуға ла ярҙам арта. Элек уның 45 процентын кире ҡайтарһалар, быйыл күрһәткес 75 процент тәшкил итәсәк. Элек республика бюджетынан ҡаралған 320 миллион һум дәүләт ярҙамы 800 миллион һумға тиклем еткереләсәк. Был иһә республика ауыл хужалыҡтарына 80 мең тонна ашлама алыуға булышлыҡ итәсәк. Шунһыҙ игендең уңышын дүрт миллион тоннаға еткереү мөмкин булмаясаҡ, ти министр.


Әйткәндәй, тоҡомло мал алыуға бүленгән субсидия күләме лә ике тапҡырға артасаҡ, йәғни 244 миллион һумдан 500 миллион һумға тиклем.
Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас