Башҡортостандың Дəүлəт Йыйылышы – Ҡоролтайы республикала Йəмəғəт
палатаһының яңы составы төҙөлə
башлауы тураһында иғлан итте.
Тимəк, коммерция булмаған ойошмаларҙан
(НКО) үҙ вəкилдəрен палатаға ебəреү
тураһында ғаризалар ҡабул ителə.
БР Йəмəғəт палатаһында 30 ағза булырға
тейеш. Шуның өстəн бер өлөшөн
Башҡортостан Башлығы раҫлай. Уларҙы
бөтə Рəсəй йə төбəк-ара ижтимағи
ойошмаларҙың бүлексəлəре күрһəтə ала. Йəнə өстəн бер өлөшөн – коммерция
булмаған ойошмаларҙан - БР Дəүлəт Йыйылышы – Ҡоролтай.
Ҡалған өлөшөн иһə, урындағы йəмəғəт ойошмалары күрһəтеүе буйынса БР Башлығы
һəм парламент раҫлаған палата ағзалары үҙҙəре йыя.
Ғаризалар БР Башлығы Хакимиəтенə (450101, Республика Башкортостан, г. Уфа, ул.
Тукаева, д. 46, отдел корреспонденции), республика парламенты Секретариатына
(450008, Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. Заки Валиди, д. 46, сектор
корреспонденции), БР Йəмəғəт палатаһы Аппаратына (450008, Республика
Башкортостан, г. Уфа, ул. Валиди, д. 40, каб.410 или по почте: 450000, г. Уфа, ул. Ленина,
д. 28, Главпочтамт, а/я 1525.) ебəрелə.
18 йəше тулған гражданин Йəмəғəт палатаһы ағзаһы була ала.
Белешмə өсөн телефон: 8 (347) 280-82-36, БР Йəмəғəт палатаһы Аппараты.
Коммерция булмаған йошмаларҙан ғаризалар 6 апрелдəн 28-енə тиклем ҡабул ителə.
Фото: БР Йəмəғəт палатаһы сайтынан.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова