Яңылыҡтар
30 Март 2020, 16:28

Сибайҙа урамдағы халыҡты тауыш көсəйткес менəн өйҙəренə ҡыуалар

.

Ҡала етəкселеге халыҡты карантин режимын һаҡларға өндəй.
Сибай урамдарында БР Дəүлəт Ғəҙəттəн тыш хəлдəр
комитеты хеҙмəткəрҙəре микроавтобуста тауыш
көсəйткес яйланма менəн карантин режимын үтəргə
саҡыра.
Коронавирус таралыуына юл ҡуймау маҡсатында
халыҡты өйҙə ҡалырға, һаҡланыу сараларын үтəргə
ҡушалар: “Урамға сыҡмағыҙ. Сит илдə булып
ҡайтыусылар үҙизоляцияла килеш дауаханаға
мөрəжəғəт итергə тейеш. Үҙегеҙҙе һəм
яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!" - тиелə мөрəжəғəттə.
Яңылыҡ авторы: Лилиə Хəлитова 
Читайте нас