Кремлдең сайтында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың рәсәйлеләр өсөн кредит каникулдары тураһында төҙәтмәләр әҙерләргә ҡушыуы тураһында хәбәр итәләр.
Хөкүмәт төҙәтмәләрҙе 20 апрелгә тиклем әҙерләйәсәк. Президент физик заттар һәм шәхси эшҡыуарҙар өсөн кредиттар буйынса түләүҙәрҙе алты айға тиклем кисектереү тураһында үҙгәреш индерергә ҡушты. Шулай уҡ 25 мартта милләткә мөрәжәғәте барышында Президент Владимир Путин пандемия арҡаһында килеме 30 проценттан да ашыуыраҡҡа кәмегән рәсәйлеләргә ипотека түләүҙәрен кисектерергә вәғәҙә иткәйне.
Һаҡлыҡ банкында ла коронавирус пандемияһынан зыян күргән рәсәйлеләр ҡулланыусылар һәм ипотека кредиттары буйынса каникулдар ала алыуы тураһында белдерҙеләр. Түләүҙәрҙе ярты йылға тиклем кисектерергә мөмкин, кредитлау ваҡыты бер йылға тиклем арттырыла. Әлбиттә, кредит буйынса бурыстарҙы үтәмәгән өсөн штрафтар булмаясаҡ.
Фото: Алексей Дружинин / РИА Новости