Яңылыҡтар
30 Марта 2020, 07:12

Ошо көндәрҙә республика дарыуханаларына миллион битлек килтереләсәк

-

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев 29 мартта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынының коронавирус инфекцияһы буйынса брифингта ошо көндәрҙә республика дарыуханаларына миллиондан ашыу битлек килтереләсәге тураһында хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, 27 мартта 200 мең битлек Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡалаларына “Башфармация” дарыухана селтәрҙәренә йүнәлтелгән. 30-31 мартта тағы ла 1 миллион битлек киләсәк һәм улар ҙа дарыуханаларға һатыуға ебәреләсәк.
Сығанаҡ: АИФ- Уфа.