Был көндәрҙә барыһы ла үҙ үҙе менән күҙмә-күҙ ҡалды. Аллаһ Тәғәлә тарафынан юҡҡа ғына бирелмәйҙер бындай һынау. Һәр кемгә тирә-яғына күҙ һалырға ваҡыттыр. Яныбыҙҙағы кешеләргә, яҡындарыбыҙға иғтибарлыраҡ булырға, ғүмерҙең ҡыҫҡа, гәлсәр быялалай булыуына. Үҙ-үҙебеҙҙе алдамай, матурлыҡҡа ҡыҙыҡмай, иң тәүҙә, барына шөкөр итеп йәшәүҙең хәйерле икәненә төшөнөүгә ҙур мөмкинселектер.
Бай булырға ла, барыһынан яҡшыраҡ йәшәргә лә килмәгәнбеҙ был Ергә. Матур тормош - ул затлы кейемдәр ҙә, өс ҡатлы йорттар ҙа түгел. Матур тормош - ул барына ҡәнәғәт булыу. Көндән-көн яҡшыраҡ булырға тырышыу, һәр көндө бүләк итеп ҡабул итеү. Яҡындарыбыҙҙың һөйөнөстәренә ҡыуанып, һаулығыбыҙҙың барлығына һөйөнөп, тормоштоң ысын мәғәнәһен белеп, эшләгән эшебеҙҙән, һәр көнөбөҙҙән йәм табып йәшәү ул.
Һау булайыҡ. Аяҙ күгебеҙҙең, булған мөмкинселектәребеҙҙең, яҡындарыбыҙҙың ҡәҙерен беләйек.
"Шикһеҙ, ауырлыҡтан һуң еңеллек килер"
Ҡөръән (94:6)
Барыбыҙға ла именлек