Белорет районында 140 урынға иҫәпләнгән ике яңы балалар баҡсаһы сафҡа инде. Улар Рәсәйҙә ғәмәлгә ашырылған «Демография» милли проекты сиктәрендә төҙөлдө.
Абҙаҡ халҡы өсөн – ауыл тарихында был беренсе балалар баҡсаһы. Дөйөм майҙаны 2 мең квадрат метрҙы тәшкил итә. Бында 1,5-тән 6,5 йәшкә тиклемге 141 бала яҙылған да инде.
Был балалар баҡсалары ике ҡатлы. Төркөмдәр, коррекцион-үҫтереү өсөн бүлмәләр, аҙыҡ-түлек блогы, медпункт, музыка һәм спорт дәрестәре өсөн залдар бар. Ҡыҫҡаһы, бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған.