Был хаҡта Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустиндың тәҡдимдәренә һылтанма менән Радий Хәбиров хәбәр итте.
«Уйлаша, ресурстар, граждандарҙы тулыһынса үҙ-үҙеңде изоляциялау режимына күсереү тураһында саралар әҙерләй башлағыҙ», — тине Хәбиров район башлыҡтарына.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөндән Мәскәүҙә тулыһынса изоляциялау режимы индерелде. Урамға эшкә, магазинға йәки дарыуханаға барыу, ашығыс медицина ярҙамына мөрәжәғәт итеү һәм эттәрҙе йөрөтөү өсөн генә сығырға мөмкин. Транспортта, шул иҫәптән шәхси автомобилдә йөрөүгә сикләүҙәр юҡ. Ҡалаға инеү-сығыу ҙа тыйылмай.