Яңылыҡтар
29 Март 2020, 12:02

Вирусолог Рәсәйҙә коронавирустың киң таралыу ваҡытын билдәләгән

-

Вирусолог, медицина фәндәре докторы, профессор Анатолий Альштейн Рәсәйҙә коронавиус менән ауырыуҙың ныҡлап таралыуы ҡасан буласағы тураһында һөйләгән. Был турала НСН хәбәр итә.
  • Коронавирус менән ауырыуҙың киң таралыуы бер айҙан йәки унан күберәк ваҡыттан һуң булыуы мөмкин, тип уйлайым. Рәсәйҙә пандемия яйлап бара,- тигән ул.
  • Эксперт бер ай алда Италияла ла был күренеш “етди булмаған кеүек күренгән”, әммә унда әле һәләкәт булыуын билдәләгән.
    Уның һүҙҙәренсә, Рәсәйҙә индерелгән сикләү саралары коронавирустың таралыуына юл ҡуймауға ыңғай йоғонто яһауы мөмкин.
    Сығанаҡ: газета.ru
    Читайте нас