Илебеҙ президенты Владимир Путин үҙенең мөрәжәғәтендә 28 марттан 5 апрелгә тиклем илдә ял аҙнаһы булыуын иғлан итеүе барыбыҙға ла мәғлүм. Был юҡҡа ғына түгел, йәмәғәт. Кисә, Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтселеге хәбәр итеүенсә, илебеҙҙең 16 төбәгендә коронавирус инфекцияһы менән зарарланыуҙың 196 яңы осрағы асыҡланған. Ауырыуҙарҙың дөйөм һаны 1036 кешегә еткән. Сир тиҙ тарала, тимәк.
Оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та республикала каникулдар 6 апрелгә тиклем оҙайтылыуын әйтте. Ә быға тиклем бит мәктәптәрҙә алыҫтан тороп уҡытыу 2 апрелдән башлана тип белдерелгәйне. Балалар ҙа, ата-әсәләре лә өйҙә буласаҡ, аралашһындар әйҙә, тип билдәләне төбәгебеҙ башлығы.
Ысынлап та, күптәребеҙ көнө буйы эштә, унан ҡайтҡас, - йорт мәшәҡәттәре, баланың өйгә бирелгән эштәрен тикшереү, йәиһә башҡа проблемаларҙы хәл итеү, иртәгәге көнгә әҙерләнеү менән ҡараңғы ла төшә. Балаларыбыҙ менән аралашыр, бергәләп уйнар, китап уҡыр өсөн ваҡытыбыҙ бик әҙ ҡала. Карантин көндәре иғлан ителгән икән, өйҙә булайыҡ, ғаиләләребеҙгә иғтибар бүләйек, берҙәмлегебеҙ менән сирҙең тиҙ таралыуына юл ҡуймайыҡ, именлегеҙ – үҙ ҡулыбыҙҙа бит.