Яңылыҡтар
28 Март 2020, 19:39

Техник тикшереү—именлек сараһы

Районда тракторҙар һәм үҙйөрөшлө машиналарға графикка ярашлы техник тикшереүҙәр үтә //

Районда Башҡортостан дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы тарафынан раҫланған графикка ярашлы, тракторҙар һәм үҙйөрөшлө машиналарға техник тикшереү үткәрелә.
Быйыл ул ауыл хужалығы бүлегенең инженер хеҙмәте менән берлектә башҡарыла.
Беренсе көндә техник тикшереү Воздвиженка ауылында С.Лоскутовтың крәҫтиән-фермер хужалығы базаһында үткәрелгән. Р.Исламов, А.Домеловский, С.Марущак КФХ-лары ла үҙ техникаларын әҙерлек һыҙығына ҡуйҙы.
Сергей Лоскутов һәм Радик Исламовтар хужалыҡтарында техника яҙғы эштәргә сифатлы итеп әҙерләнгән.
Читайте нас