Яңылыҡтар
29 Март 2020, 10:59

РАДИЙ ХƏБИРОВ ЯҢЫ ИНФЕКЦИЯ ДАУАХАНАҺЫ ТӨҘӨЛӨШӨ МЕНӘН ТАНЫШТЫ

..

РАЗИЛЬ БИКБУЛАТОВ

Өфө районында яңы инфекция дауаханаһы төҙөлə.
Республика Башлығы "Зубово" индустриаль паркында ҡороласаҡ клиника-диагностика инфекция үҙəге урынында булды.
Тиҙ ҡорола торған модулдә тəүлек əйлəнəһендə ятырға мөмкин. 80 бокстың 62-һе бер кешелек буласаҡ, ҡалғандары реанимация өсөн бүленəсəк.
Коронавирус эпидемияһы тамамланғас, барлыҡ ҡорамалды икенсе дауаханала ҡулланырға мөмкин. Модулдəргə бүлеү алымы форс-мажор осраҡта инфекция үҙəген киңəйтергə мөмкинлек бирə.
фото: "Башинформ"
Читайте нас