Яңылыҡтар
29 Марта 2020, 07:19

"Бер-берегеҙҙе үтә ныҡ ярата инегеҙ"

Дүрт кеше машина аҫтына эләгеп, уларҙың икәүһе һәләк булды.

Кисә төндә Ҡариҙел районында булған ҡурҡыныс авария тураһында яҙғайныҡ инде. Дүрт кеше машина аҫтына эләгеп, уларҙың икәүһе һәләк булды. Уларҙың шәхестәре асыҡланды. Был турала “КП-Уфа” баҫмаһы яҙып сыҡты.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, авария урынында һәләк булған 21 йәшлек Зарина менән дауаханала йән биргән 23 йәшлек Ранис декабрҙә никах уҡытҡан. Был фажиғәле төндә улар дуҫтары менән бергә булған – күрше ауылдан машинала ҡайтып килгәндәр. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре фаразы буйынса, машина эсендә йәштәр араһында талаш сыға һәм водитель машинаны туҡтатҡас, дүрт кеше юлға сыға. Тап ошо саҡта яндарынан үтеп барған машина уларҙы бәрҙерә лә. Рулдә 40 йәшлек ауылдаштары ултырған.
"Бер-берегеҙҙе ғүмерҙәрегеҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ ярата инегеҙ, бергә китеп тә барҙығыҙ", - тип белдергән дуҫтары.
"Яҡындарыбыҙ, яратҡандарыбыҙ, ауыр тупрағығыҙ еңел булһын. Һеҙ мәңге беҙҙең хәтерҙә", - тип илай икенсе таныштары.
Яҡындары белдереүенсә, Зарина тырнаҡ буяу буйынса оҫта булған, ә Ранис Себерҙә эшләгән, төҙөлөш менән шөғөлләнгән. Әлеге ваҡытта ул ялға ҡайтҡан булған.
Егет күп балалы ғаиләлә үҫкән, иң бәләкәйе булған. Уның өс ағаһы бар. Зарина иһә ҡыҙҙар араһында буй еткергән, уның һеңлеләре ҡалған.
Йәштәр бер нисә йыл осрашып, дуҫлашып йөрөгән. Тиҙерәк өйләнешеп, күп бала үҫтерергә хыялланғандар. Тик бер мәлдә барыһы ла селпәрәмә килде...
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас