Бөгөн төндә Ҡариҙел районында «Лада Гранта» водителе дүрт йәйәүлене бәрҙергән. 21 йәшлек ҡыҙ урында һәләк булған, ә 23 йәшлек егет дауаханала йән биргән. 29 йәшлек ир менән 19 йәшлек ҡыҙ - дауаханала.
Һәләк булған йәштәр бер аҙна элек никах уҡытҡан.
Фараздарҙың береһе буйынса, аварияла ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә бер машинала күрше ауылдан ҡайтып барған. Һуңынан улар араһында бәхәс ҡупҡан һәм дүртәүһе машинанан сыҡҡан, шунан һуң уларҙы бәрҙергәндәр.
Хәҙер тикшереү бара