Яңылыҡтар
28 Март 2020, 20:17

«Ашығыс эшегеҙ булмаһа, өйҙән сыҡмаҫҡа кәңәш итәбеҙ». Тап ололар хәүеф төркөмөнә ҡарай.

Өфө мэрияһы республикала йәшәгән өлкән йәштәгеләргә мөрәжәғәт итте //

Мэрияла 65 йәштән өлкәндәрҙе өйҙә ултырыуҙарын һәм кешеләр менән аралашыуҙы сикләүҙәрен һоранылар. Тап ололар хәүеф төркөмөнә ҡарай.

Шулай уҡ хакимиәттә хроник сирле, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, иммунитеты түбән булған кешеләргә өйҙән сыҡмаҫҡа ҡуштылар.

Өлкән йәштәге туғандарығыҙ менән осрашмай тороғоҙ, ләкин был көндәрҙә уларға йышыраҡ шылтыратығыҙ.

Әгәр һеҙгә аҙыҡ-түлек, дарыу һатып алыу өсөн ярҙам кәрәкһә йәки коронавирус буйынса һорауҙарығыҙ булһа, тәүлек әйләнәһенә эшләгән ҡыҙыу бәйләнештәргә шылтыратығыҙ:
8-800-250-56-04 йәки 8-800-201-89-03.
Читайте нас