Сибайҙа Матросов урамындағы “Йәкшәмбе” баҙарында коронавирус менән сирләгән Силәбе өлкәһендә йәшәүсе – ит һатыу менән шөғөлләнгән.
Мәғлүм булыуынса, һатыусы быға тиклем сит илдә булған, әммә ҡайтҡас үҙ аллы изоляцияла ултырмай, ә шунда уҡ үҙенең ғәҙәти эшмәкәрлегенә күсә. Бөгөн ул дауаханала, уға яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылған.
Был баҙарҙа 37-се урында һатып алыусыларға кисекмәҫтән үҙ аллы изоляцияға китеүҙәрен һоранылар. Сир билдәләре күҙәтелгәндә табипҡа мөрәжәғәт итеү зарур.
Ошо һатыусыла аҙыҡ-түлек һатып алыусылар үҙҙәре тураһында Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “ҡыҙыу линияһына” (8 347 286 58 27, 8 347 279 91 20) мөрәжәғәт итергә тейештәр.