Яңылыҡтар
28 Март 2020, 14:09

Республикала, шул иҫәптән Хәйбулла районында, ер участкаларын файҙаланыу буйынса хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланған

*

Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығы хәбәр итеүенсә республика биләмәләрендә файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙа ер ҡануниәтен боҙоу осраҡтары теркәлгән. Раҫланған факттар буйынса дөйөм алғанда 705 мең һум суммаға административ штрафтар һалынған.
2019 йылда һәм 2020 йылдың ике айы эсендә Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығы тарафынан был йүнәлештә 152 контроль-күҙәтеү саралары уҙғарылған. Ер участкаларын тикшереү барышында ер ҡануниәтен боҙоу билдәләре булған 59 осраҡ асыҡланған, шуларҙың 38-е – үҙ аллы биләү, хоҡуҡһыҙ файҙаланыу, 21-е – башҡа маҡсатта ҡулланыу.
Хоҡуҡ боҙоуҙар араһында ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән ер участкаларында файҙалы ҡаҙылмаларҙы сығарыуҙар теркәлгән, улар башҡа категорияға күсерелмәйенсә эшләнелгән. Ауыл биләмәләре инфраструктураһын үҫтереү өсөн ҡомташ-ҡырсынташ ҡатышмаһын, балсыҡ һәм ташты файҙаланғанда урындағы идара итеү органдары ла, шулай уҡ хужалыҡ итеүсе субъекттар ҙа бындай хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуя.
Хәйбулла, Балтас, Белорет, Борай, Ейәнсура, Иглин, Илеш, Нуриман, Стәрлетамаҡ райондарында урынлашҡан ер участкаларына ҡарата хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланған.
Читайте нас