Яңылыҡтар
27 Март 2020, 19:23

ХӨРМӘТЛЕ АТА – ӘСӘЛӘР, УҠЫУСЫЛАР!

..

Бөтә ил буйынса барған ситуацияны ишетеп тораһығыҙ. Был хәлгә бик етди ҡарарға кәрәк. Ябай ғына санитар ҡағиҙәләрҙе үтәүегеҙ һорала:
* ике сәғәт һайын ҡулдарығыҙҙы, битегеҙҙе кер һабыны менән йыуығыҙ,
* кеше күп йөрөгән урындарға бармағыҙ, урамға сыҡһағыҙ маскалар кейеп йөрөгөҙ,
* таҙалыҡты һаҡлағыҙ, өйҙәрегеҙҙә белизна менән генераль уборка үткәрегеҙ, елләтергә онотмағыҙ.
28 марттан 5 апрелгә тиклем бер ҡайҙа ла йөрөргә ярамай. Үҙегеҙҙең ауылдан ситкә сыҡмағыҙ, ҡунаҡҡа йөрөмәгеҙ. Тууғандарығыҙҙың хәлен дә телефон аша ғына белешегеҙ. Бигерәк тә өлкән йәштәгеләр менән аралашмағыҙ.
6 апрелгә тиклем уҡыусыларҙың яҙғы каникулдары оҙонайтылды. 6 апрелдән дистанцион уҡыу башлана.
1-4 кластарҙа 15 уҡыусынан артмаған дежур кластар булдырыла. Әгәр һеҙ теләһәгеҙ мәктәпкә йөрөтөп уҡыта алаһығыҙ, теләмәһәгеҙ- дистанцион рәүештә уҡытырға хаҡығыҙ бар.
5-11 кластар тик дистанцион уҡыуға күсә. Шуға күрә бөтә уҡыусыларҙың да интернеты һәм компьютеры йәки смартфоны (телефоны) булырға тейеш.
Кемдәрҙең интернеты юҡ, 6 апрелгә тиклем хәстәрләргә кәрәк. Әгәр ҙә интернет төшөрөүгә мөмкинлек булмаһа, уҡыусыға эш ҡағыҙ вариантта бирелә.
Ата-әсәләр балаларының белем алыуы өсөн яуаплы. Шуға күрә лә, дистанцион уҡытыу өсөн барлыҡ шарттарҙы булдырырға кәрәк. Интернет, смартфон, компьютер булдырыу һеҙҙең яуаплылыҡта.
Читайте нас