Яңылыҡтар
28 Март 2020, 12:41

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле тәүге онлайн-концертын уҙғарҙы

*

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле үҙ тамашасылары өсөн онлайн-режимда сығыш яһаны. Ғәскәровсылар үҙ оҫталығы һәм башҡорт хореографияһы классикаһы, «Зарифа», «Өс ағалы-ҡусты», «Ете ҡыҙ» легендар бейеүҙәре менән тамашасыларҙы ҡыуандырҙы.
Эфирҙы 5 меңгә яҡын кеше ҡараған. Тамашасылар донъяның төрлө мөйөштәренән – Вьетнам, Нью-Йорк, Чехия, Германия булған. Шулай уҡ эфирҙы Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәүсе милләтәштәребеҙ ҡараған.
Кемдәр был тамашаны ҡарап өлгөрмәгән, был эфир менән YouTube-каналда таныша ала.
Читайте нас