Яңылыҡтар
26 Март 2020, 19:15

VI Бөтә донъя фольклориадаһы киләһе йылға күсерелде

«Быйыл июль аҙағында үтәсәк сара киләһе йылға ҡалдырылды. Коронавирус бер ай эсендә бөтәсәк тип уйларға ярамай. Был күберәк ваҡытты аласаҡ», — тип хәбәр итте төбәк башлығы.//

Бөгөн Башҡортостан хөкүмәте CIOFF халыҡ-ара ойошмаһынан рәсми рәүештә күсереү тураһында тәҡдимде алды.

Шулай итеп VI Бөтә донъя фольклориадаһы киләһе йылда ойоштороласаҡ.

«Быйыл июль аҙағында үтәсәк сара киләһе йылға ҡалдырылды. Коронавирус бер ай эсендә бөтәсәк тип уйларға ярамай. Был күберәк ваҡытты аласаҡ», — тип хәбәр итте төбәк башлығы.

Башҡортостан был оло мәҙәни сараға бына бер нисә йыл дауамында әҙерләнгәйне. VI Бөтә донъя фольклориадаһы 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем үтергә тейеш ине. Унда донъяның 80-гә яҡын иле ҡатнашырға теләк белдергәйне.

Фото: Т.Аманов

Айбулат Ишназаров

Читайте нас