Силәбе өлкәһе буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, янғын һүндереүселәр килгән ваҡытта өсөнсө, дүртенсе һәм бишенсе ҡатта йәшәгән кешеләр ярҙам һорай. Ҡул баҫҡыстары ярҙамында ут ялмаған тәҙрә һәм балкондарҙан 14 кеше (ике бала) сығарыла. Тағы ла 17 кешене янғын һүндереүселәр махсус ҡотҡарыу кейемдәре ярҙамында алып сыға. Барлығы 31 кеше ҡотҡарыла, уларҙың 6-һы балалар.
Хәҙер янғын урынында фатирҙарҙы тикшереү бара, йорттоң конструкцияһына зыян килмәгән.
Шартлау һөҙөмтәһендә икенсе ҡатта янған фатирҙан күскән ут башҡа ҡаттарға ла күскән. Барлығы 2 фатир һәм алты балкон янған.
Бөгөн Магнитогорскиҙа ошо ғәҙәттән тыш хәл буйынса йыйылыш үтеп, көнкүреш газы шартлаған йортта тикшереү буласаҡ.
Магнитогорск ҡалаһында күп милләттәштәребеҙ ҙә йәшәй. Шуға күрә был фажиғә беҙҙең өсөн дә тетрәндергес.
Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә ошондай уҡ хәл Магнитогорск ҡалаһында 2018 йылдың аҙағында теркәлгәйне, ул ҡурҡыныс ваҡиғала 39 кеше һәләк булды.
Фото и информция: пресс-служба ГУ МЧС по Челябинской области