Кеше көнөнә битенә яҡынса 2 мең тапҡыр ҡулы менән ҡағыла – күҙен һөртә, танауын тота, тырнай, аҙыҡты ҡулы менән тотоп ашай, һ.б. Күҙ, танау, ауыҙ аша вирус йоға ла инде. Әлбиттә, үҙеңде һәр ваҡытта контролдә тотоп булмай, шуға һәр ваҡыт ауыҙ-танауҙы битлек менән ҡаплап йөрөргә кәрәк.
Дарыуханаларҙа медицина битлектәре юҡ, тиерлек. Оҫта ҡуллы хужабикәләр социаль селтәрҙәрҙә ҡулдан тегелгән сағыу төҫтәге, күп тапҡыр ҡулланырға яраҡлы битлектәр тегеп һата. Улар ана шул биткә бысраҡ ҡул менән тейеүҙән һаҡлай ҙа инде.
5. Бүлмәләрҙе елләтергә онотмағыҙ.