Яңылыҡтар
27 Март 2020, 05:59

Хәйбулла районында “Юғары әҙерлек” режимы индерелде

Коронавирусты иҫкәртеү саралары тураһында мәғлүмәтте тик рәсми мәғлүмәт сығанаҡтарынан ғына алырға кәрәк //

Бөгөн коронавирус тураһында мәғлүмәт менән бөтә интернет селтәре тулған. Халыҡтан нимә эшләргә, үҙеңде нисек тоторға, ниндәй иҫкәртеү саралары күрергә тигән һорауҙы йыш ишетергә була. Был йәһәттән тик рәсми мәғлүмәт сараларына ғына ҡолаҡ һалырға кәрәк.

Муниципаль район хакимиәтендә коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү һәм уның таралыуына юл ҡуймауға йүнәлтелгән аныҡ саралар күрелә.
Аҙна һайын коронавирус инфекцияһының районда таралыуына юл ҡуймауға йүнәлтелгән сараларҙы ойоштороу буйынса оператив штаб ултырышы үткәрелә.
Район територияһында, бөтә республикалағы кеүек, “Юғары әҙерлек” режимы индерелде. Бындай иҫкәртеү сараһы республикаға көн һайын тиерлек коронавирус менән ауырыу осраҡтары раҫланған ил һәм төбәктәрҙән кешеләр килеүе менән бәйле.
Районда мобиль төркөм эшләй, улар изоляцияла булған кешеләрҙең карантин режимын тикшерә. 26 мартҡа ҡарата район территорияһында 13 кеше үҙ изоляцияла.
Мәктәп уҡыусылары каникулда, Аҡъяр тау колледжында дистанцион уҡытыуға күстеләр. Өҫтәмә белем биреү буйынса секция һәм түңәрәктәр эше туҡтатылды, мәҙәниәт өлкәһендә саралар кисектерелде.
Киләһе аҙна Рәсәйҙә ял тип билдәләнде. Һәр кемдән коронавирусты иҫкәртеү буйынса бөтә сараларҙы күҙәтеүҙәрен һорайбыҙ.
Коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса һорауҙарығыҙҙы “тура линия” телефондары аша бирә алаһығыҙ.

Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығы:
8(347)286-58-27
8(347)279-91-20

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы:
8-800-200-46-46.

Рәсәй буйынса “Роспотребнадзор” берҙәм консультация үҙәге:
8-800-55-49-43.

Мәғлүмәт муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһенән алынды.
Читайте нас