Яңылыҡтар
27 Март 2020, 08:31

«Бәлки, мохтаждар өсөн аҙыҡ-түлек пакеттары әҙерләрбеҙ»: Радий Хәбиров коронавирус буйынса иң ҡурҡыныс сценарий тураһында һөйләне

-

Кисә республика башлығы журналистар менән осрашты һәм республиканың ниндәй үҫеш сценарийына әҙерләнеүе хаҡында белдерҙе.

— Әлегә беҙ иң ҡурҡыныс сценарийҙан сығып эш итәбеҙ, Италияның ошо көрәштә еңелеүе - быға сағыу миҫал. Унда 6 мең кешенең ғүмере өҙөлдө. Беҙ еңелергә теләмәйбеҙ. Инфекция таралһа ла, аныҡ эш итергә тейешбеҙ. Бәлки, был беҙҙе урап үтер, - тине ул.

Һуңғы тапҡыр хеҙмәт хаҡын февраль айында алған кешеләр бар, ә ҡайһы бер предприятиелар әле үк ябылған, тип билдәләне ул. Аҙыҡ-түлеккә аҡсаһы бөткән кешеләр бар.

— Бәлки, беҙ бюджет иҫәбенә мохтаждар өсөн аҙыҡ-түлек пакеттары әҙерләрбеҙ.

Шулай уҡ ул күп кенә социаль объекттар - бассейндар, спорт комплекстары, мәҙәниәт йорттары төҙөлөшөнөң ваҡытлыса туҡтатылыуын әйтте. Ләкин балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм Ағиҙел аша күпер һалыу дауам ителәсәген билдәләне.

Ниһайәт, Хәбиров республикала ни бары 4 кешенең коронавирус менән сирләүенә ышанмауын әйтте.

— Юҡ, мин ышанмайым, әлбиттә. Беҙҙә дүрт кешенең генә инфекция йөрөтөүенә ышанмайым. Күберәк тип иҫәпләйем, - тине ул һәм күберәк тестар кәрәк тип өҫтәне.
Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар.
Читайте нас