Радий Хәбиров республиканың иң ҡурҡыныс сценарийға әҙерләнеүе хаҡында һөйләне. Дауаханалар тулы, ә мохтаждар өсөн аҙыҡ-түлек йыйылмалары индерелә. Ошо хаҡта тулыраҡ
БЫНДА;
Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы киләһе аҙнала эшләмәгән көндәр өсөн нисек түләүҙәрен аңлатты. Ҡыҫҡаса әйткәндә, хеҙмәт хаҡы бөтәһе өсөн дә шул уҡ күләмдә һаҡланырға тейеш. Ял итеүселәр өсөн дә, эшләүселәр өсөн дә. Тулыраҡ
БЫНДА;
Өфө урамдарын дезинфекциялайҙар. Билдәле булыуынса, киләһе аҙнала;
Рәсәйҙә 5 апрелгә тиклем бөтә кафе-ресторандар, ашханалар һәм башҡа дөйөм туҡланыу урындары ябыла, килтереп биреүҙән тыш. Указға Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы;
▪Башҡортостан поликлиникалары һәм дауаханалары планға ярашлы медицина тикшереүҙәрен һәм диспансерлаштырыуҙы ваҡытлыса туҡтата. Тағы бер тапҡыр, ПЛАНҒА ЯРАШЛЫ медицина тикшереүҙәре хаҡында ғына һүҙ бара;
республикала күсмә никах теркәүҙәр тыйылды, ә ЗАГС-та никахты бинала 10 кеше (ЗАГС хеҙмәткәрҙәре менән бергә) булған осраҡта ғына теркәргә мөмкин;
бер аҙналыҡ каникул ваҡытында һөт кухняларының эше үҙгәрмәй;
июль аҙағында Өфөлә үтергә тейешле VI Бөтә донъя фольклориадаһы киләһе йылға күсерелә;
Рәсәйҙә карантинды үтәмәгән өсөн штраф: тирә-йүндәгеләр өсөн хәүефле граждандарға - 15-40 мең, уларҙан сир йоҡторғандар вафат булған осраҡта, 150-300 мең һум. Юридик берәмектәр өсөн штрафтар 1 миллион һумға тиклем булыуы ихтимал;
Башҡортостан хөкүмәте бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам саралары хаҡында белдерҙе. Исемлек бик оҙон, был яҙмаға һыймай ;)
Хәҙер беҙ мәғлүмәттәрҙе көндөҙгө сәғәт 3-тә бирә башлайбыҙ, сөнки Башҡортостан һәм Рәсәй буйынса оператив мәғлүмәт ошо ваҡытҡа билдәле була.
Сығанаҡтар:
Джон Хопкинс университеты
стопкоронавирус.рфБашинформ