Яңылыҡтар
25 Март 2020, 20:41

Пакетҡа төрөлгән бала

Әсәһе баланы үлтерер өсөн шулай ҡалдырып киткән тигән фараз бар. //

Сабый тыуғанға бер нисә сәғәт кенә үткән булған. Пакетка һалынған яңы тыуған бала кәүҙәһен Подмосковьеның Электросталь ҡалаһында йәшәүселәр тапҡан тип хәбәр итә Эске эштәр министрлығының төбәк идараһы.
Үле сабый ҡаланың сәнәғәт предприятиелары тупланған урамда ағастар араһында табыла. Әлеге ваҡытта тикшереүселәр баланың әсәһен эҙләй, ә эксперттар үлем сәбәбен асыҡлай. Әсәһе баланы үлтерер өсөн шулай ҡалдырып киткән тигән фараз бар.
Автор: Гөлия Мөгаллимова
Фотр:24tv.ua
Кызыл тан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас