Рәсәй Президентының мәғлүмәт секретары Дмитрий Песков Владимир Путиндың коронавирус эпидемияһы ваҡытында ҡайҙа йәшәүен һөйләне.
Песковтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Президент дәүләт резиденцияһында йәшәй. “Уның Мәскәүҙә фатиры бар, тик ул унда йәшәмәй. Йышыраҡ ул ҡайҙа эшләй, шунда йәшәй һәм киреһенсә”, - тине мәғлүмәт секретары.
Ул шулай уҡ коронавирус эпидемияһы ваҡытында изоляция режимы Президентҡа ҡағылмауын билдәләне.
Путин маска кейәме, тигән һорауға Песков Президент ҡатнашҡан йәмәғәт сараларындағы бөтә кешеләргә лә махсус тест эшләүҙәрен белдерҙе. “Был практиканы артабан да дауам итербеҙ тип уйлайым”, - тине ул.