Яңылыҡтар
25 Март 2020, 16:35

Владимир Путин киләһе эш аҙнаһын ял аҙнаһы тип иғлан итте

Ял көндәре 28 марттан 5 апрелгә тиклем дауам итәсәк

Рәсәй Президенты Владимир Путин киләһе эш аҙнаһын ял аҙнаһы тип иғлан итте. Ял көндәре 28 марттан 5 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт хаҡы һаҡланырға тейеш.
Бының тураһында дәүләт башлығы коронавирус киҙеүе таралыуына бәйле ил хаҡына мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Был сара сирҙең таралыу тиҙлеген кәметеү өсөн йүнәлтелгән.
Әлбиттә, халыҡ йәшәйеше өсөн мөһим булған барлыҡ структуралар, шул иҫәптән медицина учреждениелары, магазиндар, дарыуханалар, банктар, йәмәғәт транспорты, дәүләт власы органдары үҙ эштәрен дауам итәсәк.
фото:kremlin.ru
Читайте нас