Яңылыҡтар
25 Март 2020, 06:05

Ветерандарға миҙалдар тапшырылды

Аҡъяр ауыл Советы ауыл биләмәһендә тыл хеҙмәтсәндәренә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындарына Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы миҙалдар тапшырылды //

Аҡъяр ауыл Советы ауыл биләмәһендә тыл хеҙмәтсәндәренә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындарына Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы миҙалдар тапшырылды.
Почетлы ҡунаҡтарҙы Аҡъяр ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Э.Буранбаев, район ветерандары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Р.Аллағолова, ветерандар советы рәйесе Л.Таулыҡаевалар тәбрикләне.
Ветерандар өсөн тулҡынландырғыс та, тантаналы ла сарала Илдар Юнысов һәм Көнһылыу Ҡоланбаеваның йырҙары барыһына ла оҡшаны, Ғәлимйән Ултраҡовтың гармун моңона йәшлек йылдарына ҡайтҡандай булдылар.
Үҙ-ара аралашыу, дәһшәтле йылдар ваҡиғаларын хәтерләүгә ҡоролған матур осрашыу оло быуын вәкилдәренә шатлыҡ бүләк итте. Улар Илдар Юнысовтың ҡурай моңона бейеп күңел асты, вальс тулҡынында өйөрөлдө.
https://vk.com/sdomkultury61
Читайте нас