Яңылыҡтар
24 Март 2020, 19:12

Сит илдән ҡайтһағыҙ –мотлаҡ карантин талап ителә

Бынан тыш, 2-13-40 телефоны аша Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы регистратураһына хәбәр итергә кәрәк //#coronavirus #БашМинздрав #стопкоронавирус #здоровьевприоритете #минздраврб

Был мәғлүмәт сит илдән ҡайтыусылар өсөн. Коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүҙең ғәмәлдәге ҡағиҙәләренә ярашлы, 14 көнгә карантинға китеү мотлаҡ. Үҙеңдең сит илдән ҡайтыуың тураһында 2-13-40 телефоны буйынса регистратураға хәбәр итеп, участка терапевты бәйләнешкә инһен өсөн мәғлүмәттәрегеҙҙе ҡалдырыу талап ителә.
Коронавирус инфекцияһын таратыуға юл ҡуймау маҡсатында поликлиникаға медицина ярҙамы буйынса килергә кәрәкмәй. 10 көн дауамында һеҙҙең участка табибы көн һайын телефон аша һеҙҙең менән бәйләнешкә инеп, сәләмәтлегегеҙ торошон аныҡлаясаҡ.
Унынсы көндә ҡайтанан анализ аласаҡтар ( беренсе анализды аэропортта алалар).
Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы төркөмөнән алынды
Читайте нас