“Профессиональ килемгә һалым” тип аталған яңы һалым режимы Башҡортостанда 2020 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә индерелгәйне, ул республика халҡы араһында әүҙемлек яулай. Теркәлгән һалым түләүселәр һаны быны дәлилләй. Мәҫәлән, 1 мартҡа ҡарата 7458 кеше теркәлгән.
20 йәштән 40 йәшкәсә тиклемге граждандар әүҙем, улар һалым түләүселәрҙең дөйөм һанынан 70 процентын тәшкил итә. Профессиональ килемгә һалым түләүселәрҙең 27 проценты –40 йәштән өлкән республика халҡы. 3 процент – 20 йәшкә тиклемге һәм 70 йәштән олораҡтар.
Профессиональ килемгә һалым йәки, ябайыраҡ әйткәндә, үҙҙәренә эшләгәндәр өсөн һалым кешеләргә ҙур булмаған бизнестан һәм өҫтәмә эштән килемде рәсмиләштерергә ярҙам итеү өсөн индерелә. Мәҫәлән, фатирын ҡуртымға биреүселәр, таксистар, бала ҡараусылар, репетиторҙар, фотографтар һәм башҡалар өсөн. Иң мөһиме - дөйөм килем йылына 2,4 миллион һумдан ашмаҫҡа тейеш. Һалым буйынса ставкалар НДФЛ йәки һалымдың башҡа төрҙәренә ҡарағанда түбәнерәк