Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығының бүлек етәксеһе Олег Мәүлитов һүҙҙәренсә, республикала COVID-2019 менән зарарланыусыларҙың бөтәһе лә вирусты сит илдә йоҡторған. Алдан бер ир инфекцияны Мәскәүҙә эләктергән тип белдерелгәйне. Ләкин хоҡуҡ һаҡлаусылар органдары ярҙамында пациенттың һуңғы 14 көндә Европаға барыуын йәшергәне асыҡланды.