Йошкар-Ола ла башҡа һыймаҫлыҡ хәл була. Урындағы бала табыу йорттарының береһенән яңы тыуған баланы урлайҙар. Бәхеткә күрә, сабыйҙың юғалыуын медцина персоналы шунда уҡ күреп, хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итә.
Енәйәт ҡылған ҡатын ауырлы булып, һуңғы айында балаһын юғалта. Командировкала булған иренән баланың үле тыуыуын йәшерә. Әсәлек хисе уянған ҡатын, медицина халаты кейеп, бер ниндәй ауырлыҡһыҙ бала табыу йортонан сабыйҙы алып сыға.
Бәхеткә күрә, сабый тиҙ табыла һәм бер тәүлек эсендә ҡайғыға төшкән үҙ ата-әсәһенә ҡайтарыла. Ә ҡатындың яҙмышын Тикшереү комитеты хәл итәсәк.