Яңылыҡтар
24 Март 2020, 07:39

“Йәшенеп ятҡан” таланттар асыла

..

“Һин һулаһын өсөн” марафонының сираттағы концертты уҙҙы
Район мәҙәниәт йортонда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған ойошмалар, предприятиелар һәм учреждениелар араһында “Һин һулаһын өсөн” район марафонының сираттағы концерты үтеп, унда Аҡъяр телевидениеһы, хәйбулла мәғлүмәт үҙәге, пенсия фонды идаралығы һәм “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәтенең Сибай ҡалаһындағы филиалының Хәйбулла комплексы хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны.
Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 24-се һанында.
Зилә Фәттәхова, Аҡъяр ауылы:
- “Һин һулаһын өсөн” район марафоны ҡыҙыу һәм бик матур бара. Ваҡытҡа ҡарап, бер ойошманың да концертын ҡалдырмаҫҡа тырышам һәм сағыу номерҙар, сәхнәләштереүҙәр ҡарап ҡайтам. Сираттағы ойошмаларҙың да, дөйөм алғанда, концерты яҡшы үтте. Миңә “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәтенең Сибай ҡалаһындағы филиалының Хәйбулла комплексы хеҙмәткәрҙәренең тәҡдим иткән слайдтары оҡшаны. Аҡъяр телевидениеһы, Хәйбулла мәғлүмәт үҙәге, Пенсия фонды идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан башҡарылған ике хор бигерәк шәп килеп сыҡты, профессиональ рәүештә йырланылар тиһәм дә була. Шулай уҡ йыр-бейеүҙәр ҙә матур булды. Ғөмүмән, тамашаны ҙур ҡыуаныс һәм ләззәт менән ҡараныҡ. Йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә зал тултырып йыйылған ине.
Луиза Юлмөхәмәтова.
Читайте нас