Дзюдо́ (японса һүҙмә-һүҙ — «Йомшаҡ юл»; Рәсәйҙә шулай уҡ «Һығылмалы юл» атамаһы йыш ҡулланыла) — япон яугирлыҡ сәнғәте, философия һәм ҡоралһыҙ спорт көрәше. Был спорт төрөндә фәлсәфәүи яҡ та оло әһәмиәткә эйә һәм ул өс төп принципҡа нигеҙләнгән: юғарыраҡ уңышҡа өлгәшеү үҙ-ара ярҙам һәм бер-береңде аңлау; тән һәм йәнде иң яҡшы файҙаланыу; еңер өсөн бирешеү. Дзюдо менән шөғөлләнеүсе алдында физик тәрбиә, ҡул көрәшенә әҙер булыу, аңды яҡшыртыу маҡсаттары тора.
Дзюдоның барлыҡҡа килгән ваҡыты тип 1882 йылда Кано нигеҙләгән Кодокан (японса, «Юлды өйрәнеү институты») мәктәбе асылған ваҡыт тип һанайҙар. Японияла ҡабул ителгән классификациялау буйынса, дзюдо заманса яугирлыҡ сәнғәте төрөнә ҡарай.
Беҙҙең балалар ҙа был спорт төрө менән ихлас шөғөлләнә һәм еңеүҙәр яулай. Күптән түгел “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында биш йәштән һигеҙ йәшкә тиклемге балалар араһында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған дзюдо турниры үтеп, Өфө ауылынан, балалар һәм йәштәр спорт балалар мәктәбенән бөтәһе 30-ҙан ашыу йәш дзюдосы ҡатнашты. Уларҙы был ярышҡа тернерҙар Өфө ауылынан Илдус Дәүләтбаев, балалар һәм йәштәр спорт мәктәбе тренеры Илфат Баҡтыбаев һәм “Шатлыҡ” балалар баҡсаһының физик тәрбиә биреүсе Зилә Фәттәхова әҙерләне. Сараның маҡсаты булып, йәш быуында сәләмәт тормош тәрбиәләү торҙо. Спортсылар ауырлыҡ буйынса 19, 20, 22, 24, 28 һәм 28 килограмм категорияларына бүленеп көс һынаштылар.
Ярыш ҡыҙыу барҙы, бер бала ла бирешергә теләмәне. Ата-әсәләр балалары өсөн янып-көйҙө, тренерҙар иһә уларҙы дәртләндереп торҙо. Шулай итеп, төрлө ауырлыҡытар буйынса беренсе урын яулаусылар – Гөлнара Ғәйфуллина (Өфө ауылы), Айдан Сәйфуллин, (“шатлыҡ” балалар баҡсаһы), Михаил Труханов (Өфө), Айбар Иҫәнбаев (балалар һәм йәштәр спорт мәктәбе), Илнара Ғәйфуллина (Өфө), Ғәзинур Мәхмүтов (балалар һәм йәштәр спорт мәктәбе), Булат Ғафаров (балалар һәм йәштәр спорт мәктәбе) булды. Бөтә ҡатнашыусыларға ла грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Әйткәндәй, дзюдо ярышы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында тәүгә үткәрелде. Киләсәктә лә бындай ярыштарҙы йышыраҡ үткәреп, балаларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләйәсәкбеҙ.
“Шатлыҡ” балалар баҡсаһының физик тәрбиә биреү буйынса етәксеһе.