Яңылыҡтар
24 Март 2020, 08:23

Путин COVID-19 буйынса хәүеф төркөмдәре менән эшләүселәрҙе бөтә кәрәкле әйбер менән тәьмин итергә ҡушты

#ВладимирПутин#COVID_19#Коронавирус..

Рәсәй Президенты Владимир Путин Сәнәғәт һәм сәүҙә министрлығына коронавирус менән бәйле хәл арҡаһында хәүеф төркөмдәрендә эшләүсе ведомстволарҙы бөтә кәрәкле әйбер менән тәьмин итергә ҡушты. Был турала, Президенттың һүҙҙәренә һылтанып, РИА «Новости» хәбәр итә.

Ведомство башлығы Денис Мантурин менән осрашыуҙа дәүләт башлығы граждандарҙы һәм махсус хеҙмәттәрҙе кәрәкле материалдар, йыһаздар һәм медицина техникаһы менән тәьмин итергә кәрәклеген белдерҙе.

Бындай категорияларға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, таможня подразделениелары, сик хеҙмәттәре һәм медицина персоналы инә.

#ВладимирПутин

# COVID_19

#Коронавирус

Яңылыҡ сығанағы: https://www.gazeta.ru/

Фото сығанағы: http://kremlin.ru/

Алия Вахитова
Читайте нас