Яңылыҡтар
24 Март 2020, 08:27

Президент булған сараларҙа ҡатнашыусыларға тест үткәреләсәк

#ВладимирПутин..

Рәсәй Президенты Владимир Путин ғәҙәттәге эш режимында эшләүен дауам итә, тик берҙән-бер үҙгәреш – күләмле сараларҙың үткәрелмәүе, тип һөйләне уның матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков.
Ул тағы ла алдағы көндәрҙә президент буласағы көтөлгән сараларҙа ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә коронавирусҡа тест үтәсәктәрен дә белдерҙе.
– Асыҡ сараларҙың ҡатнашыусылары алдан уҡ коронавирусҡа тест үтһен өсөн табиптарға мөрәжәғәт итәбеҙ. Беҙ был практика менән артабан да эш итәсәкбеҙ, – тине Дмитрий Песков.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас