Коронавирус менән бәйле карантинда булғандарға больничный алыу өсөн дауаханаға килергә кәрәкмәй
Ошо йүнәлештә ваҡытлыса яңы ҡағиҙәләр индерелә
20 марттан алып 1 июлгә тиклем коронавирус осраҡтары теркәлгән илдәрҙән ҡайтыусы рәсәйлеләргә карантин ҡағиҙәләрен үтәргә талап ителә. Электрон больничныйҙы улар өйҙә ултырып та ала алалар. Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙының электрон төрөн биреүҙең яңы тәртибе Рәсәйҙә вирус таралыу хәүефен кәметергә тейеш.
Бының өсөн гражданға социаль страховкалау фонды сайтындағы шәхси кабинетҡа ғариза, дәүләт сиген үтеү тураһындағы билдә менән сит ил паспорты күсермәһен йәки билет күсермәһен биреү ҙә етә. Бынан тыш, пособиены күсереү өсөн иҫәп реквизиттарын күрһәтергә кәрәк.
Медицина ойошмаһы пациенттарҙың һәм вирус йөрөтөүгә шик булғандарҙың бәйләнешен булдырмау маҡсатында электрон больничныйҙы дистанцион формала бирәсәк.
Карантин менән бәйле бирелгән ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы өлөшләтә түләнә. Беренсе түләм больничныйҙа булғандың 7-се календарь (5 эш көнө) көнөндә, ә икенсеһе больничный ябылғандан һуң.