Яңылыҡтар
24 Март 2020, 12:51

Өфөлә һәләк булған террорсы мәсеттә вәғәз һөйләп йөрөгән

-

Шәмбе, 21 мартта, ФСБ хеҙмәткәрҙәре Өфөлә террорға ҡаршы операция үткәргән, уның барышында енйәтсе үлтерелгән.

«Московский комсомолец» баҫмаһы яҙыуынса, террорсы радикаль исламға өндәгән 27 йәшлек Бекзотжон Мырҙакәримов булып сыҡҡан. Милләте буйынса үзбәк, ләкин Рәсәй гражданлығы алған. Ир традицион исламдан баш тартыу кәрәклеге һәм «ата-бабаларҙың хаҡ диненә» кире ҡайтыу хаҡында вәғәздәр менән сығыш яһаған. Уны йыш ҡына Өфөнөң Бабушкин урамында урынлашҡан «Рамаҙан» мәсетендә вәғәз һөйләгән.

Шулай уҡ гәзит хәбәр итеүенсә, Мырҙакәримов үҙенең ҡарашын ҡорал ярҙамында яҡларға һәм хатта бомба шартлатырға ниәтләгән. Ул үҙе яһаған бомбаны Өфөлә халыҡ күп йөрөгән урынға ҡуйырға уйлаған.

Махсус операция барышында Мырҙакәримов көс структураларына ҡаршы ата башлаған һәм шул саҡта үлтерелгән.

Сығанаҡ: Московский комсомолец.
Читайте нас