Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
23 Март 2020, 08:36
Коронавирус: республикала әлегә юҡ, әммә сит илдән ҡайтыусылар күп...
..
Башҡортостан Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә билдәләнеүенсә, донъяны ялмап алған коронавирусҡа ҡаршы тороуға бәйле етди саралар күрелә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, был хәл-торош һис тә уйын түгел. Әле беҙҙә сирлеләр юҡ юҡлыҡҡа, әммә...
Карантин. Бөгөн был һүҙ йыш ҡабатлана. Рәсәйҙең күп төбәгендә коронавирус йоҡтороусылар асыҡланды. Башҡортостандың күршеләрендә лә бар. Тимәк, беҙҙә лә булыуы бик мөмкин. Әҙербеҙме һуң ҡаршы торорға?
Һүҙ магазин кәштәләрен бушатыу хаҡында түгел. Беҙҙә дарыуханаларҙан битлек алып булмай. Сөнки улар юҡ. Битлек менән генә һаҡланып та булмаҫ, бәлки. Әммә етәкселек был һаҡланыу сараһы етерлек буласаҡ, ти. Заказ бирелгән. Дарыуханаға барып килергә кәрәк...
БР Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, вирусҡа шик аҫтында булыусыларҙың адрестары билдәле. Йәғни, һуңғы ике аҙнала сит илдән ҡайтыусылар һаны ла бар. Улар яҡынса 17 мең кеше. Өфөлә адрестар буйынса рейдтар ойошторола. Бөтә республикала был эш башҡарылырға тейеш. Иң мөһиме - сит илдә ҡайтыусы карантинда булырға тейеш.
Коронавирус тураһында даими мониториг алып барыла. Һуңғы яңылыҡтар менән танышып барығыҙ. Һаҡланғанды Аллаһ һаҡлар...
Фото: БР Хөкүмәте.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"