43 йәшлек “Һаҡлыҡ банкы” хеҙмәткәре 10 йыл буйынс 22 миллион һумға яҡын аҡса үҙләштергән. Дүртөйлө район суды уға ҡарата яза бирҙе.
Ҡатын 2009 йылдан 2019 йылға тиклем банкта эшләй. Ул таныштарынан бурысҡа аҡса ала һәм уның урынына уңайлы шарттарҙа акция һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар алырға тәҡдим итә.
Башҡа таныш клиенттарына юғары процент менән кредит алырға тәҡдим итә. Алданған кешеләр уға аҡсаларын тапшыра, ә мутсы уларҙы үҙ файҙаһына тотона.
Ҡатын 24 клиентты алдап, 21,7 миллион һум үҙләштерә. Тикшереү эштәре уның ғәйебен иҫбатланы, ҡатын да ғәйепләүҙән баш тартмай.
Суд уны 3,5 йылға иркенән мәхрүм итте.