Яңылыҡтар
23 Март 2020, 07:38

Бер тәүлектә 423 шылтыратыу ҡабул ителгән

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан..

Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү буйынса көн һайын иртән һәм кисен брифинг үткәрелә. Республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, 22 марттың кисенә ҡарата Башҡортостанда раҫланған коронавирус инфекцияһы юҡ.
Коронавирус инфекцияһына шикләнеп, 54 кеше станционарға һалынған, шуларҙың 4-әүһе – балалар. Министрлыҡтың «ҡыҙыу бәйләнеш»енә һуңғы тәүлектә 423 шылтыратыу ҡабул ителгән. Республиканың Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә барлығы 1 мең 892 кеше тикшерелгән, береһендә лә инфекция табылмаған.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, һуңғы ваҡытта сит илдәрҙән ҡайтҡандар ике аҙна буйына үҙ аллы изоляцияла булырға тейеш. Был һаман да иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Башҡортостанда карантинда 2 мең 991 кеше булырға тейеш, шуларҙың 1 мең 441-е – Өфөлә. Был режимды боҙғандар ҡанун алдында яуап бирәсәк.
Әйткәндәй, республикала тәүлек әйләнәһенә 8 (347) 279 91 20, 8 (374) 286 58 27 һандары буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» эшләй. Унда шылтыратып, коронавирус буйынса һорауҙарға яуап алырға мөмкин.
Читайте нас