Яңылыҡтар
23 Март 2020, 18:27

Башҡортостанда йәшәүселәр һаҙлыҡҡа бата яҙған быуаҙ бейәне ҡотҡарған

Сибай эргәһендәге Төньяҡ ҡасабаһында була был хәл //

Сибай эргәһендәге Төньяҡ ҡасабаһында былтыр йәй юлды ҡаҙып сыҡҡандар һәм уны балсыҡ менән күмеп ташлағандар. Һөҙөмтәлә был урында һаҙлыҡ барлыҡҡа килгән, урыны менән соҡорҙарҙың тәрәнлеге ике метрға етә.

Бейә ошо һаҙлыҡҡа батҡан да инде. Ҡасабала йәшәүселәр уны осраҡлы рәүештә күреп ҡалған. Малҡайҙы күмәкләп сығарырға тырышҡандар, ләкин ул ныҡ батҡан булған. Внедорожниктағы ир-уҙаман ярҙамға килгәс кенә хәле бөткән малҡайҙы тартып сығарғандар.

Бейә аяғында баҫып тора алмаған, уны арбаға һалып, ат аҙбарына алып киткәндәр. Уның хужаһы әйтеүенсә, хәҙер бейәнең хәле һәйбәт.

Ә бына ҡасабалағы юлды төҙөкләндереү ҡамасауламаҫ ине
Читайте нас