Яңылыҡтар
23 Март 2020, 08:44

23 мартҡа ҡарата Башҡортостанда коронавирус буйынса мәғлүмәттәр.

Ял көндәрендә ниндәй үҙгәрештәр булған..

23 мартҡа ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 58 кеше коронавирусҡа шик менән дауаханаға һалынған, уларҙың алтауһы - балалар.
РЕСПУБЛИКАЛА РАҪЛАНҒАН СИРЛЕЛӘР ЮҠ ;

ял көндәрендә сит илдән ҡайтҡандарҙың бөтәһен дә фатирҙар буйлап тикшереү башланды. Махсус төркөмдәр үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы үтәләме, юҡмы икәнен тикшерә;

дүшәмбенән республикала COVID-2019 тестарын тикшереү өсөн тағы өс үҙәк эшләй башлай;

Һиндостандан сыға алмаған Өфө туристары өйҙәренә ҡайтарҙылар.
Рәсәйгә рейстарҙың туҡтатылыуы сәбәпле, ир менән ҡатын ике тәүлек аэропортта ултырған;

дүшәмбенән Башҡортостанда аэропорт, тимер юл вокзалы, автобус һәм маршрутка водителдәре битлек кейеп йөрөргә тейеш;

▪бөгөндән ата-әсәләрҙе балалар баҡсаларына индермәй башланылар;

▪Өфө районы башлығы Вилорий Угаров Европаға барып ҡайтҡандан һуң карантинға сыҡты;

▪Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы илдең барлыҡ төбәктәренә 23 марттан бөтә кинотеатрҙарҙы ябырға тәҡдим итте.

Сәләмәт булығыҙ!
Читайте нас