Яңылыҡтар
21 Март 2020, 20:49

ВЛАДИМИР ПУТИН БАЛАЛАРҒА АЙЛЫҠ ТҮЛӘҮҘӘР ХАҠЫНДА УКАЗҒА ҠУЛ ҠУЙҘЫ

Был документ өс йәштән ете йәшкә тиклем сабый тәрбиәләгәндәргә ҡағыла //

Был документ өс йәштән ете йәшкә тиклем сабый тәрбиәләгәндәргә ҡағыла.
Был туралағы указға 20 мартта РФ Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Айлыҡ пособиеға ғаиләнең килеме төбәктә билдәләнгән йәшәү минимумынан түбән булғандар өмөт итә ала. Уның күләме бала өсөн йәшәү минимумының яртыһы - 5,5 мең һум самаһы.
Рәсәй Хөкүмәтенә 1 апрелгә тиклем пособиеларҙы түләү тәртибен раҫлау бурысы йөкмәтелде.
Фото: tagilka.ru

Венер Исхаков

Шоңҡар журналы төркөмөнән алынды
Читайте нас