19 мартта "Нур” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубының тәрбиәләнеүселәре - сәләмәтлектәре сикләнгән балалар тыуған яҡты өйрәнеү музейына йыйылды. Музей хеҙмәткәре Гөлшат Ҡәйепова балаларға башҡорт халҡының үҙенә генә хас биҙәктәре менән таныштырып, уларҙың һәр береһе оло мәғәнәһе эйә булыуын билдәләне. Артабан оҫталыҡ дәресендә балалар әсәйҙәре менән бергәләшеп ошо сағыу биҙәктәрҙе ҡулланып төрлө ҡул эштәрен башҡарҙы.
Музейҙа оҫта ҡуллы райондаштарыбыҙ Светлана Ибраһимова һәм Зилиә Килдебаеваның сағыу ҡул эштәренән торған күргәҙмәләре сарала ҡатнашыусыларҙы битараф ҡалдырманы. Ысынлап та , һуңғы осорҙа йәштәрҙең башҡорт халҡының тарихына, йолаларына, милли кейеменә, биҙәүестәренә иғтибар биреүе бик ҡыуаныслы хәл.
Осрашыу фәһемле һәм күңелле үтте.