Ивановкала "Алтын тирмә" уйын кисәһе үтте.
Ҡатын-ҡыҙҙар тәүҙә үҙ командалары менән таныштырҙылар, бер-береһен сәләмләнеләр һәм кисәнең төп өлөшө - тапҡырлыҡты, зирәклекте, отҡорлоҡто һынаусы, халҡыбыҙҙың аң-белем даирәһен киңәйтеүсе уйын-кисә “Алтын тирмә” һынауҙары аша белемдәрен күрһәттеләр.
Беренсе тур” Кем сосораҡ?», икенсе тур төрлө өлкәнән һорауҙар (тарих,халыҡ ижады, төрлөһөнән), өсөнсө тур “Кем башлыраҡ?”.
Ауыр ғына һорауҙар булыуға ҡарамаҫтан, ҡатнашыусылар яуапты тиҙ таптылар, hәм беренсе урынды "Әбейүшкә.ru",икенсе урынды "Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр ", өсөнсө урынды "Наҙлыҡайҙар"бүлештеләр.
“Алтын тирмә” уйын кисәһе күңелдәрҙә матур хәтирә булып оҙаҡ һаҡланыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.