Яңылыҡтар
22 Март 2020, 06:13

“Исмаһам, шылтыратып иҫкәртмәнеләр ҙә...”

Күп балалы әсә районы хакимиәте бүлеп биргән ерҙән ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Күп балалы әсә Иглин районы хакимиәте бүлеп биргән ерҙән ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Ғаилә тырышып-тырмашып буласаҡ йорттоң нигеҙен һалған, тик күптән түгел был ерҙең үҙҙәренеке булмауын асыҡлаған. “Әсәлек даны" миҙалы менән наградланған Рузанна Әхмәтдинованың биш балаһы бар. Ҡатын уларҙы бер үҙе тәрбиәләй.
2014 йылда район хакимиәтенән йорт төҙөү өсөн 15 сутый ер бүлеп бирелә. Тик эштең аҙағы насар тамамлана: ике йылда ғаилә йөҙ меңдән ашыу һумды нигеҙ төҙөүгә, материалдар алыуға һалып, ерһеҙ ҙә, аҡсаһыҙ ҙа ҡала. Аҙ килемле ғаилә аптырашта. Хакимиәт үҙ хатаһын төҙәтергә ашыҡмай. Әле ғаилә өләсәләре янында бәләкәй генә фатирҙа йәшәй.
“Әхмәтдиновтарҙың "Россреестр"ҙа милекте теркәтеү ваҡыты сыҡҡанға күрә, ерҙе сиратта торған башҡа ғаиләгә бирҙек”, тип аңлата хәлде хакимиәт етәкселәре. “Был хаҡта миңә бер кем дә хәбәр итмәне, бөтә мәғлүмәт, телефон номеры уларҙа бар, хатта шылтыратманылар ҙа...” - тип аҙарына Рузанна.
Өҫтәүенә үҙ милкендә булмаған ерҙә йорт һала башлағаны өсөн Әхмәтдиновтарҙы штрафҡа тарттырыуҙары ихтимал, тип хәбәр итә Bash.News. Ишле ғаилә өсөн бик ауыр хәл: яңынан сиратҡа ла ҡуя алмайҙар, сөнки ҡайһы бер балалары бәлиғ булып өлгөргән, льготалы категорияға эләкмәйҙәр. Чиновниктарҙың әйтеүенсә, Әхмәтдиновтар өсөн бер генә юл бар – гражданлыҡ судына мөрәжәғәт итеү. Бары шул саҡта ғына күп балалы ғаиләнең тейешле торлаҡ алыуға хоҡуғы ҡайтарылыуы мөмкин.
Фото: Bash.News.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас