Яңылыҡтар
22 Март 2020, 05:56

Градусник ватылһа...

*

Тәү ҡарауға әллә ни ҙур зыян кеүек күренмәһә лә, градусник ватылһа, уны нисек йыйырға белмәй аптырап ҡалабыҙ. Белгестәр иң тәүҙә бүлмәнән бөтә кешене сығарырға, тәҙрәне асырға, ә ишекте ябырға кәңәш итә.

Былай иткәндә, терегөмөшлө һауа фатирҙа тарала алмаясаҡ. Шунан һыулы банкаға терегөмөш тамсыларын йыйып алыу өсөн әйбер әҙер­ләй­беҙ. Бының өсөн буяу бумалаһы һәм ҡағыҙ бите лә ярай. Бумала ярҙамын­да барлыҡ ваҡ тамсыларҙы ҡағыҙ битенә туплап, уны банкаға һалабыҙ. Үтә ваҡтарын скотч менән йыйып алыр­ға ла мөмкин. Һуңынан әлеге әй­берҙәрҙе терегөмөш янына һалып, банканың ҡапҡасын ныҡ итеп ябып ҡуйырға кәрәк.

Саң һурҙырғыс йәки һепертке ме­нән терегөмөштө йыйырға ярамай, сөнки былай итһәң, йылы һауа һөҙөм­тәһендә уның күберәк таралыуы, бүлмә эсендә ҡалыуы ла ихтимал.
Автор: И. ХАҠОВ
Читайте нас