Маска кейгән ҡораллы кешеләр Өфөгә ингән юлды ҡамаған
Ошоға бәйле ҙур тығын барлыҡҡа килгән
Автомобилистар был хәлде телефонға төшөрөп, социаль селтәрҙәргә ҡуя башланы. Әммә был хәлгә аныҡ ҡына яуап юҡ.
Водителдәрҙең һүҙе буйынса, башҡалаға ингән юл тулыһынса ҡамалған, ҡораллы кешеләр автомобилдәрҙе ҡала яғына ебәрмәй. Шаһиттар әйтеүенсә, улар ЮХХДИ машиналарын да туҡтатҡан.
Хоҡуҡ һаҡлау органдарынан әлегә аңлатма бирмәйҙәр. Махсус операция бара тигән фараз бар. Водителдәр үҙаллы хәл айышын белешеп ҡараған, әммә яуап таба алмағандар.
Һөҙөмтәлә юлда ҙур тығын барлыҡҡа килгән. Автомобилистарға Өфөгә инеү өсөн урау юл тәҡдим иткәндәр.
фото: «Инцидент Уфа и РБ»